top of page
Недавние посты
Проверьте позже
Когда посты будут опубликованы, вы увидите их здесь.
Избранные посты

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”

25 апрель Башҡорт теле буйынса онлайн форматта, халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү. Диктанттың бурыстары: – теләге булған һәр кемгә Диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләү мөмкинлеген биреү; – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү; — телмәр һәм яҙма коммуникацияның модалы һәм заманса алымы булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу; – башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу. Диктанттың девизы: “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”. Диктант түбәндәге кимәлдәрҙә ҡатнашыуҙы күҙаллай: – башҡорт телен яңы өйрәнә башлау кимәле; – башҡорт телендә ирекле һөйләшеү кимәле Акцияға әүҙем ҡушылайыҡ!!!


Архив
Поиск по тегам
Тегов пока нет.
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page